Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә

«Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара, цехтарҙа ауыл хужалығы техникаһына яңы һулыш бирә. Оҫталар бында республиканың төрлө төбәктәренән килгән трактор-комбайндарҙы ремонтлай.

Двигатель техниканың йөрәге, бер генә детале боҙолһа ла эш туҡтай. Һауа фильтрының тығылыуы ғына ла моторҙың ҡыҙыуына килтерә. Ә ҡыр эштәре мәлендә һәр минут ҡәҙерле. Шуға күрә был цехта эшләү өсөн техниканы биш бармағың кеүек белеү ҙә, яуаплылыҡ та, иғтибар ҙа талап ителә. Оҫталар двигателде тулыһынса һүтеп, яңынан йыя, ҡырылған, боҙолған запас частәрҙе алмаштыра, ремонтлай, таҙарта.

Предприятиела өс оҫтахана эшләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ йүнәлеше. Бында республиканың һәр төбәгенән килтерелгән техниканы осратырға мөмкин. Слесарҙар әйтеүенсә, ябай ремонт эштәре урындарҙа башҡарыла, ә бында килтерелгәндәре капиталь төҙөкләндереү талап итә. Мәҫәлән, был цехта тракторҙарҙың тағылма өлөштәре, һыуытыу системаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтары ремонтлана.

Цехтан сыҡҡан техниканы заводта яңы ғына йыйылғанынан айырырлыҡ та түгел. Уларҙың ҡулланылышта булыуы хаҡында райондарҙың исемдәре ҡуйылған тамғалар ғына хәтерләтә.

Предприятиела ҡатын-ҡыҙға аңлайышлы бер генә цех бар - ул буяу бүлмәһе. Иҫкергән, тутыҡҡан тимергә яңы һулыш биреү өсөн ике төрлө буяу ҡулланыла, шыйыҡ һәм ҡоро. Бында төҫтәрҙең ниндәйе генә юҡ, тик теләк буйынса һайларға ярамай, техниканың паспортында ниндәй яҙылған шулай ҡалырға тейеш. Әҙер әйберҙәр ошо мейестә киптерелә, буяу тигеҙ булып яғылһын өсөн уның эсендә температура 200 градус тирәһе.

КА-700 тракторҙарына ремонт яһалған цех иң яҡтыһы, һары төҫтәге сағыу техника яҙ ҡояшын хәтерләтә. Шулай ҙа бында иң мөһиме төҫ түгел, ә тракторҙың ҡеүәте. Оҫталар әйтеүенсә, был техниканың күбеһе баҫыуҙарҙы 20 йылдан ашыу гиҙгән. Шуға күрә кабинаның иҙән тимерҙәре тулыһынса иҙелеп, тишелеп бөткәндәре лә осрай. Цехта улар тулыһынса алмаштырыла, ямауҙан фәтеүә юҡ. Ремонттан һуң тракторҙар тағы 10-15 йыл хеҙмәт итергә тейеш. Хәҙер механизаторҙарға элекке һымаҡ туҙанға майға батып йөрөү күренеше лә ят. Улар борт компьютеры, кондиционер кеүек уңайлыҡтар һорай.

Үҙ ҡулың менән ремонтланған техника бала һымаҡ ҡәҙерле. Уны һаҡлап ҡына ҡулланғы килә. Шуға күрә слесарҙарҙың күбеһе яҙ комбайнға ултыра. Берҙән, ремонт йәй туҡтай һәм ялан эштәрендә аҡса эшләү мөмкинлеге бар, икенсенән, бер ҡулда тимер ат та оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Предприятиела ремонттан тыш запас частәр ҙә эшләнә.

«Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалында быйыл биштиҫтәнән ашыу үҙйөрөшлө һәм тағылма техникаға ремонт эшләнә. Хужалар әйтеүенсә, яҙғы сәсеү башланғансы әҙерлек тулыһынса тамамлана һәм улар үҙ райондарында баҫыуҙарҙы иңләйәсәк.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова