Туймазыла ирле ҡатынлы уғрылар язаға тарттырылды

Тумайзы районы суды 40 йәшлек ир һәм уның менән бергә йәшәүсе 34 йәшлек ҡатынға хөкөм сығарҙы. Улар уғрылыҡта ғәйепләнә.

Ғәйепләнеүселәр 2017 йылдың октябрь айында ирҙең әсәһенән аҡса урларға ниәтләнә. Ҡаршылашыуға осрағас, енәйәтселәр көс ҡуллана, әбейҙе туҡмап 30 мең һум аҡсаһын алып сығып китә. Улар табышын спиртлы эсемлектәргә тотона.

Енәйәтселәр үҙ ғәйебен таный. Ир 3 йыл да 8 айға, ә ҡатын, быға тиклем дә хөкөм ителеүе иҫәпкә алынып, 5 йылға язаға тарттырыла.