Башҡортостан Рәсәй туристары араһында популярлыҡ яулай

БДБ илдәре һәм Рәсәйҙә туризм өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барған “ТурСтарт” аналитик агентлығы Рәсәй сәйәхәтселәренең популяр төбәктәрен билдәләне. Башҡортостан 17-се урында. 2017 йылда Республикабыҙҙа туристар ағымы 15% үҫкән һәм 2 миллион кешегә барып еткән.

Рейтингҡа килгәндә, иң билдәле төбәк – Краснодар өлкәһе, унда үткән йылды 15,8 млн сәйәхәтсе барған. Топ-5 исемлеген Мәскәү өлкәһе, Ҡырым, Приморье һәм Владимир өлкәһе тамамлай.