Башҡортостанда табиптарға яҙылыу номеры үҙгәрҙе

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 20 февралдән табиптарға яҙылыу номеры үҙгәрә. Хәҙер 09-383 урынына 13-01 һандарын йыйырға кәрәк. Кеҫә телефондары һәм “Башинформсвязь” менән ҡулланған станционар апарат абоненттары өсөн шылтыратыу бушлай. Берҙәм номер Башҡортостан буйынса һәр кемгә үҙенә уңайлы ваҡытта, кәрәкле табибҡа яҙылыу мөмкинлеген бирә.