Мәжит Ғафуриҙең мемориаль йорт-музейында ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

Быйыл Мәжит Ғафуриҙең мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды. Ошо датаға арнап, 15-16 мартта БР Мәҙәниәт министрлығы Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрә.

Республика яҙыусыларынан иң тәүге йорт-музей М. Ғафуриға асыла. Унда халыҡ шағирының ҡульяҙмалары һәм ҡатынының хәтирәләре һаҡлана.