Өфө хакимиәте Башҡортостан ҡаҙнаһына халыҡты авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереү программаһына алған бер миллиард һумды кире ҡайтарырға тейеш. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Сочила уҙған форумда хәбәр итте.
– Федераль бюджетҡа хакимиәт 500 миллион һум ҡайтарҙы. Тағы 600 миллион бурысы бар, суд ҡайһы бер йорттарҙы йәшәү өсөн яраҡлы тип танығанын иҫәпкә алһаҡ, тағы 400 миллион ҡайтараһы бар, – тип иғлан итте Рөстәм Хәмитов.





