Өфөлә «Бергә!» исеме аҫтында беренсе халыҡтар мәҙәниәте форумы старт алды

Халыҡ-ара тыуған телдәр көнөнә арналған осрашыу барышында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарынан 400 ашыу студент Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары менән аралашты, үҙ проекттары менән таныштырҙы. Уларҙың барыһы ла Башҡортостанда эшләп килгән милли диаспоралар, яҡташтар һәм йәмәғәт ойошмаларының әүҙем вәкилдәре.

Фото №1 - Өфөлә «Бергә!» исеме аҫтында беренсе халыҡтар мәҙәниәте форумы старт алды

Көнкүреш әйберҙәре, милли биҙәүестәр, кейем һәм музыка ҡоралдары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Милли йәштәр театры фойеһында форумда ҡатнашыусылар башҡорт, татар, сыуаш һәм белорус халыҡтарының йолалары менән танышты.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ