Апрель аҙағы, май башында парк-скверҙарҙы, урамдарҙы йәшелләндереү эштәре башлана. Әлегә баш ҡала предприятиеларының оранжерея һәм теплицаларында тиҫтәләп төр бер йыллыҡ сәскә үрсетмәләре үҫтерелә. Уларҙың һаны миллион төп булыр тип көтөлә.
Аҡ ләләләр хуш еҫ тарата. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамында улар гүзәл заттарҙы һөйөндөрәсәк. Әлегә ҡайһы бер сорттары ваҡытынан алдараҡ өлгөргән. Ғөмүмән, февраль - теплица-оранжерея хеҙмәткәрҙәре өсөн етди осор. Сәскә сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле тиергә мөмкин. Эшкәртелгән тупраҡҡа орлоҡ ултыртып, матурлыҡҡа нигеҙ һалына. Быйыл "Башҡортостан сәскәләре" предприятиеһы ғына бер миллионға яҡын сәскә үрсетмәһе ултыртырға йыйына, уларҙың яртыһы петуния. Бында тамырланған ҡырҡ төр сәскә артабан баш ҡала урамдарын, парк-скверҙарҙы биҙәйәсәк.
Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнө матурлауға 261 мең төп бер йыллыҡ сәскә үрсетмәләре әҙерләй. Петунияларҙан тыш, бәрхәт гөлдәре, цинерарияға ла төп баҫым яһала. Кассеталағы был сәскәләр 9 май алдынан Еңеү паркы, 112-се кавалерия дивизияһы скверы, Ленин исемендәге паркта клумбаларҙа ултыртыласаҡ. Шулай уҡ предприятие резервы ла төҙөлә. Вандаллыҡ, ҡырау төшөү һәм башҡа насар факторҙар һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан сәскә түтәлдәрен тергеҙеү эше алып барыласаҡ.
Предприятиела сәсеүгә тупраҡ урында уҡ әҙерләнә. Төрлө минераль ашламалар, торф, ағас юнысҡыһы ҡушылған ерҙә үрсетмәләр ҙә тиҙерәк үҫә, ауырыуҙарға бирешмәй. Мартҡа тиклем был эш дауам итәсәк. Шулай уҡ әле дизайнерҙар Өфөнөң йөҙөн билдәләй. Парк-скверҙар, урамдарҙы йәшелләндереү проекттары, буласаҡ сәскә клумбаларының биҙәлеше раҫлана.
Күп клумбаларҙа башҡорт орнаменттары, ҡурай таждары сағылыш табасаҡ. Шулай уҡ йәйғор, сәскә формаһында әҙерләнгән макеттар ҙа бар. Халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа сағыу төҫтәргә баҫым яһаласаҡ. Әйткәндәй, сәскәләр араһы өс-дүрт сантиметр булырға тейеш, дизайнерҙар был талапты ла иҫәпкә ала.





