Уҡытыуҙа заманса ҡараш, яңы алымдар

Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы -2018» конкурсында еңеүсе тип табылды. Ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт тәжрибәһе булған уҡытыусының дәрестә яңы технологияларҙы уңышлы ҡулланыуы, педагогик оҫталығы юғары баһалана. Әлеге ваҡытта ул республика конкурсына әҙерләнә.

Уҡытыусының ҡулында мобиль телефон. Аҡ ҡағыҙға тамғалар билдәләгән уҡыусыларын ул, гүйә, бүлмәнең төрлө мөйөшөнөнән тороп фотоға төшөрә. Был күренеште ситтән күҙәткәндә, тәү ҡарашҡа башҡа тап шундай уй килә. Ә ысынында, дәрес башланған, мөғәллимә 30 секунд эсендә уҡыусыларының өйгә эштәрен тикшерә.

«Пликерс» технологияһы шулай уҡ һанаулы минуттар эсендә һорау алырға ярҙам итә. Уҡыусыларҙың теманы үҙләштереүен тикшереүҙе лә еңелләштерә. Өфөнөң йыл уҡытыусыһы исемен йөрөтөүсе Эмма Сәфиуллина яңы технология менән бер йылға яҡын эш итә. Уҡыусыларҙа инглиз теленә һөйөү уятыу, тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу өсөн ҡулланған алымдарымдың береһе, ти ул.

Эмма Эдуард ҡыҙы ун һигеҙ йыл уҡытыусы булып эшләй. Быға тиклем уға конкурста ҡатнашырға тәҡдим итһәләр ҙә, ризалашмай килә. Ниһайәт, быйыл хеҙмәт тәжрибәһенә таянып, үҙенең педагогик оҫталығы менән уртаҡлашырға теләге уяна уҡытыусының. Һөҙөмтәлә, конкурс барышында ла, бәйге тамамланғас та, уның уҡытыуҙағы яңы алымдары менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.

Гимназия сит телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү буйынса махсуслашыуы менән киң билдәле. Гимназия уҡытыусылары дәрестән тыш та, төрлө саралар уҙғарып, уҡыусыларҙы белем тауына әйҙәй. Ҡайһы берҙәре хатта, тәнәфес ваҡытында ла яратҡан фәне буйынса белемен камиллаштыра.

Белем усағы етәкселеге әйтеүенсә, гимназия уҡытыусылары «Йыл уҡытыусыһы» ҡала конкурсында ҡатнашып, призлы урындар ала, лауреат исеменә лайыҡ була. Быйыл Эмма Эдуард ҡыҙының еңеүе коллективты тағы ла илһамландыра.

Иң мөһиме, уҡыусыларҙы фәнгә ылыҡтырыу, уларҙың һөйөүе, сөнки тап улар ярҙамында ҡала кимәлендә еңеү яуланым, ти Эмма Сәфиуллина. Уҡытыусы әлеге ваҡытта ла дәрестәрен бай йөкмәткеле итеп уҙғарыу, уҡыусыларына төплө белем биреү өҫтөндә эшләй. Ә әле еңеүсене алда тағы ла бер һынау көтә. Ул мартта уҙасаҡ республика конкурсында һынау тотасаҡ.

Авторы: Фәниә Юланова