Алимент түләмәйһең икән, сит илгә юл ябыҡ

Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Йәрмәкәй районы кешеһенә Ҡаҙағстанға осор өсөн 260 мең бурысын түләргә тура килгән.

Фото №1 - Алимент түләмәйһең икән, сит илгә юл ябыҡ

Ир, алимент түләүҙән баш тартып, суд приставтарының талаптарын иңҡар итеп йөрөгән. Бурыслыға сит илгә сығыу мөмкинлеге сикләнгәс тә, шунда уҡ аҡса табыла. Ул балаһына 260 мең һум бурысын ҡайтарған. Ҡапыл яуаплылыҡ тойғоһо артыуына аңлатма бар – ул яҡын арала Ҡаҙағстанға осорға тейеш булған. Шулай итеп, бурыслыларға Рәсәй сиген ябыу, ундайҙарға йоғонто яһауҙың иң файҙалы ысулы тигән һығымта яһарға мөмкин.

Волна
Акции БСТ