Өфөнөң 21-се дауаханаһы шәхси ҡулға күсәме

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөнөң 21-се дауаханаһы шәхси ҡулға тапшырыла тигән имеш-мимеште кире ҡаҡты.

– Ысынлап та, “МЕГИ МҮ” ЯСЙ-тән 21-се дауаханаға ҡарата концессион килешеү төҙөү тураһында тәҡдим килде, әммә был күренеш әлегә бер нәмә тураһында ла һөйләмәй, - тип белдерелә аңлатмала. – Әлеге ваҡытта был мөрәжәғәт, ҡабул ителгән тәртип буйынса ҡарала. Проект буйынса бер ниндәй ҙә ҡарар сығарылмаған.