Башҡортостанда, ир, Сүриәләге һуғышта ҡатнашҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылған

Дүртөйлө ҡалаһы йәшәүсеһе законһыҙ рәүештә һуғышта ҡатнашыуҙа ғәйепләнә, суд 9 йыл һәм 3 айлыҡ хөкөм сығарҙы.

Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе 2014 йылда интернет аша Сүриәнең сәйәси хәлен, шулай уҡ законһыҙ ойошмаларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп барған. Сүриә территорияһына барғас та, ир террористик ойошмаға ҡушылған.