Башҡортостанда һайлау бюллетендәрен етештереү башланды

Үҙәк һайлау комитеты ҡарары буйынса, Республикабыҙ өсөн һайлау бюллетендәре 3 млн 68 мең 66 данаһы менән сығартыласаҡ. Уларҙан 2 млн 532 мең 966-һы русса, 348 300 башҡортса, 186 800 татарса.

Бюллетень һәр яҡлап һаҡланған, уны башҡаға алмаштырыу мөмкин түгел. Рәсәйҙә баҫтырыласаҡ дөйөм бюллетендәр һаны 111 млн 425 мең 443.