Башҡортостанда рус теленән тоталь диктантка әҙерлек башлана

Өфөлә 21 февраль рус теленән бушлай курстар башланасаҡ. Дәрестәр апрель уртаһына тиклем һәр шаршамбы дауам итәсәк. Уҙғарыу ваҡыты: 18:30; урыны: Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми китапханаһы, Пушкин урамы 96/98, 7-се корпус, 1-се ҡат.

Тоталь диктант – мәғариф акцияһы, үткән йылды 71 илдә үтте һәм 200 меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйҙы. Быйыл диктант 14 апрелдә үткәреләсәк.