Өфө мәктәптәрендә аҙыҡ һатҡан автоматтар тикшереләсәк

Ирек Ялалов, бөгөн иртәнге кәңәшмә ваҡытында, ҡала мәктәптәрендәге һатыу автоматтарына иғтибар бүлде.

Бындай ризыҡ һатыу нөктәләрен ҡуйыу-ҡуймауҙы директор хәл итә. Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Елена Хаффазова билдәләүенсә, бындай автоматтарҙа һатылған аҙыҡ Роспотребнадзор талаптарына яуап бирә. Шулай ҙа Ирек Ялалов был мәғлүмәтте тикшереп сығырға бойорҙо һәм яҡын арала Өфө гимназияларының береһендә үҙе автомат менән ҡулланып ҡарясағын белдерҙе.