Башҡортостанда 19 йәшлек егет юғалған

Баҡалы районында 19 йәшлек Николай Корнилов юғалған. Николай, үҙе йәшәгән Бозор ауылынан 12 февраль сыҡҡан, шунан бирле бәйләнешкә сыҡҡаны юҡ. Егет Баҡалылағы аграр колледжының икенсе курсында уҡый.

Дуҫы хәбәр итеүенсә, ул Баҡалыға барып еткән, Николайҙың шунда ҡуртымға фатиры булыуы билдәле. Әсәһе әйтеүенсә, егет үҙе менән ноутбук, мең һум һәм паспортын алған булған.

Николай тураһында берәй мәғлүмәт белгәндәрҙе 8 996 581 71 99 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.