Мәскәү тынмай туған моңдарҙан

“Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге Мәскәүҙә “Башҡортостан – тыуған төйәгем” исемле концерт ҡуйҙы.

Фото №1 - Мәскәү тынмай туған моңдарҙан

“Аҡ тимә” үҙәгенең төп бурысы – ҙур ҡалаларҙа милли үҙаңды һаҡлап ҡалыу. Был үҙәккә фольклор, музыкаль, вокаль, бейеү ансамблдәре, ҡурай, ҡумыҙ, йыр түңәрәктәре, башҡорт теле курстары инә.

Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙгә музыкаль бүләк менән “Заман” этно-төркөмө, Ирек Ноғоманов, Айҙар Хәмзин, Зөлфиә Бирҙеғолова, Илнур Ҡәләмов, Илдар Ямалов сығыш яһаны.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ