Башҡортостанда инфляция күпме

Рәсәй банкы үткәргән сәйәсәт һөҙөмтәһендә инфляция тарихи түбәнлеккә етте. Дөйөм ил буйлап 2,5%, Башҡортостанда – 1,6%.

Бының хаҡта Милли банкта 2017 йыл һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмәлә хәбәр ителде. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың финанс секторы үткән йылды уңыштарға өлгәште.