Башҡортостан ойошмалары үҙ эшселәренә 482 миллион һум бурыслы

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың 148 ойошмаһы 10 500 эшсеһенә 482 млн һум эш хаҡын түләп еткермәгән.

Эш хаҡын тотҡарлау – уңышһыҙ предприятиеларға хас, ти Башҡортостандың хеҙмәт һаҡлау инспекцияһының етәксеһе Татьяна Астрелина.

Хеҙмәт инспекцияһы үткән йылды 233 ойошманың 1,4 млн һумлыҡ бурысын яптыра алған, быйыл да үҙ эшмәкәрлеген юғары күрһәткестәр менән дауам итергә уйлай.