Башҡортостанда ОРВИ ауырыуы эпидемик сикте уҙған

Башҡортостанда вируслы инфекциялар менән ауырыған кешеләр һаны үҫә бара. Үткән аҙнала ауырыуҙар иҫәбе эпидемия сиген 20% ашты, тип хәбәр итә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан бүлексәһе.

Фото №1 - Башҡортостанда ОРВИ ауырыуы эпидемик сикте уҙған

12-18 февраль арауығында киҫкен респиратор вирусы менән 29 мең кеше теркәлгән. Уларҙың 68% 14 йәшкә тиклемге балалар. Быға ҡарамаҫтан, мәктәптәрҙә карнтин иғлан итеү әле көтөлмәй.

Шулай уҡ грипп осраҡтары ла теркәлеп тора. Әлеге мәлдә алты кешелә А1 штамдары раҫланған (сусҡа киҙеүе).

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ