Ҡар таҙартыуҙа яңы алымдар

Бөгөндән Өфөнөң Ленин районы коммуналь хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы, тротуарҙарҙы ҡар өйөмдәренән таҙартыу өсөн механик көрәктәр ҡуллана башланы. Ҡул көсөн алмаштырған электр көрәк ҡеүәтле батареялар менән йыһазландырылған.

Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, уның көсө көнө буйы ҡар таҙартыуға етә. Муниципалитет хакимиәтенән белдереүҙәренсә, коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең яңы эш ҡоралы тураһында фекерҙәре ай дауамында өйрәнеләсәк. Яңылыҡ хупланған хәлдә, механик көрәктәр Өфөнөң башҡа урам һепереүселәренә лә тапшырыласаҡ.

Авторы: Фәниә Юланова