Әңгәмә барышында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре, шулай уҡ инфраструктура, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бюджет өлкәһе һәм күмәртәләп һатыу өлкәләрендә ихтимал хеҙмәттәшлек йүнәлештәре ҡаралды.
Олег Сысуев, «Альфа-Банк» акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары: «Республика Башлығы күмәртәләп һатыу өлкәһен монополиялаштырыуға бәйле борсолоуын белдерҙе. Үҙ сиратында был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа хәүеф тыуҙыра. Беҙ уның ҡараштарын уртаҡлашабыҙ, шуға ла яҡын арала урындағы етештереүселәргә, урта һәм бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам итеү юлдарын ҡараясаҡбыҙ».





