Ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере ҡыйылған

Кисә кисен Мәләүез районында өс автомобиль төкөшкән.

Фото №1 - Ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере ҡыйылған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, авария Өфө-Ырымбур юлында булған. Ергән ҡасабаһы яғынан сығып килгән “Toyota RAV4” “Хино” ауыр йөклө машинаһы менән төкөшкән, аҙаҡ “Toyota”ны КамАЗ яғына осорған.

Һөҙөмтәлә, кроссоверҙың водителе менән бергә өс юлсының ғүмере өҙөлгән. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ