70 йыл иңгә-иң терәшеп

Интернет аша бөтә Рәсәйгә билдәле туҡһанышар йәшлек Ишбикә һәм Нурийән Абдразаҡовтар ғаилә тормошоноң 70 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр.

Башҡортостандың юстиция хәлдәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, юбилярҙарға республика башлығы исеменән ҡотлау һәм бүләктәр тапшырылды.

Абразаҡовтар ғаиләһе Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәйҙәр, улар дүрт ул, ике ҡыҙ һәм егерменән ашыу ейән, бүләсәләр үҫтерә.