Башҡортостанда төбәк әсәлек капиталы килеп сығыуы ихтимал

Төбәк әсәлек капиталын предприятиелар аҡсаһынан формалаштырырға тәҡдим ителә. Бының хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында Рөстәм Хәмитов иғлан итте.

Фото №1 - Башҡортостанда төбәк әсәлек капиталы килеп сығыуы ихтимал

Республика башлығы шулай уҡ финанс мөмкинлектәрҙе өйрәнергә кәрәклеген билдәләне һәм бындай предприятиелар аҡсаларынан формалашҡан әсәлек капиталы схемаһы буйынса Санкт-Петербургта, Тамбов һәм Тула өлкәләрендә эш башҡарылғанын хәбәр итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ