Баш ҡалала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовты иҫкә алдылар

Дивизияның Ҡыҙыл байрағы ерен-һыуын фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға ант биргән яҡташтарыбыҙға 1942 йылда тапшырылған. Быйыл илебеҙ халҡы Сталинград алышының 75 йыллығын билдәләне. 200 көн, 200 төн дауам иткән алышта Башҡортостан яугирҙары ла аяуһыҙ көрәшә. Ҡаланы һаҡлап, дошманды Уралға индермәҫ өсөн республиканан 3 дивизия, шул иҫәптән зенитсы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ебәрелә.

Эҙәрмәндәр отряды ағзалары тантанала ҡатнашыусыларға тарихи экспонаттар тупланған торған күсмә күргәҙмә лә тәҡдим итте. Тарихи экспозиция һәр кемгә данлы һәм шанлы йылдарға байҡау яһау мөмкинлеге бирә. Йәштәргә ҡан ҡойоп яуланған Еңеүҙең ҡәҙерен белергә, атай-олатайҙар ҡаһарманлығын онотмаҫҡа өйрәтә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин