Федераль кимәлдәге был пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы юҡҡа сығарыу нигеҙендә етештереү процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән.
Бөгөн семинарҙа ҡатнашыусылар алдында «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы проекты етәксеһе Владимир Арженцов сығыш яһаны. Ул дәүләт идара итеү системаһын камиллаштырыу, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып, проекттар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар менән таныштырҙы. Тыңлаусылар уҡыуҙарҙың әһәмиәте ҙур булыуын билдәләй.





