Ошо уңайҙан республиканың төп телеканалы үҙенең тиҫтәләгән проектында тамашасы иғтибарын милли-мәҙәни мөхитте һаҡлау һәм үҫтереү, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләренә йәлеп итеү бурысы ҡуйҙы. Был көндө экран йондоҙҙары эфирға милли орнаменттар менән биҙәлгән кейемдәрҙә сығасаҡ. Шулай уҡ, тамашасылар һорауы буйынса «Йөрәк һүҙе» проекты эфирҙа ҡабатланып күрһәтелә.





