Өфөнөң 39-cы гимназияһында билдәле телсе ғалим Жәлил Кейекбаев исемендәге «Халыҡ-ара туған телдәр көнө» фестивале ойшторолдо

7-се тапҡыр үткәрелгән сарала уҡыусыларҙың теге йәки был телде һаҡлау кимәле ҡыҙыҡлы квест конкурстары аша билдәләнде. Егермеләгән команда араһында Әзербайжан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия илдәре мәктәптәре ярышта скайп аша ҡатнашты. Гимназияларҙа белем алыусы үҫмерҙәр башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен өйрәнеп конкурсҡа етди әҙерләнеп килгән.

Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1991 йылда ЮНЕСКО ойошмаһы 21 февральде халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итә. Донъяла 6 меңдән ашыу тел бар. 100 меңдән кәмерәк халыҡ аралашҡан телгә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы ҙур. ЮНЕСКО тарафынан Рәсәйҙәге 136 телгә юғалыу хәүефе янай тип белдерелә. Балаларҙы халыҡ-ара телдәрҙе һаҡлау көнө уңайынан конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусылар телдәрҙе ғаиләлә, мәктәптә тәрән итеп өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Авторы: Гүзәлиә Борханова