Киләләсәк быуынды рухлы, ышаныслы итеп тәрбиәләү маҡсатында асыҡ дәрестәр, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторолдо.
Өлкәндәр алдында баш эй, тәжрибәһенән фәһем ал. Был алтын һүҙҙәрҙе гимназистар өйҙә лә, мәктәптә лә йыш ишетә. 3-сө сыныфта уҡыусы Мариэтта Юферованың олатаһы ейәнсәре йәшендәге балалар өсөн махсус китап яҙған. Почетлы энергетик, техник фәндәр кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған уйлап табыусыһы Шамил Рәхим улы Әбдрәшитов бөгөнгө интернет менән сыбарланған тормошобоҙҙа йәштәребеҙ насар йоғонтоға бирелеп аҙашмаһын, дөрөҫ юлдан тайпылмаһын өсөн махсус психологик китап нәшер иткән.
Ә был класта етенселә уҡыусылар данлы хәрби юл үткән запастағы лейтенант Эрик Усмановтан оҫталыҡ дәрестәре ала. Түше орден-миҙалдар менән тулы яугир әлеге ваҡытта мәктәптә хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса белем бирә, Афғанстан-Тажикстан сиген һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Уҡытыусы буласаҡ ил һаҡсыларын илебеҙҙең патриоттары итеп күрергә теләй.
Республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты йырсы Марсель Ҡотоев үҙенең улы уҡыған синыфта асыҡ дәрескә саҡырылған. Музыкаль ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Ҡотоевтар балаларына туған моң менән бергә телгә иғтибар, Ватанға һөйөү, эшһөйәрлек кеүек сифаттар тәрбиәләй.
«Ғаилә йылына» арналған саралар гимназия сәхнәһендә лә дауам итте. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә 21 -cе быуатты бушҡа ғына «Ғаилә быуаты» тип атамаған бит. «Ғаилә ҡиммәттәре» фестиваль- проекты өлгөлө ғаиләләр меннә таныштырҙы, улар миҫалында яҡшы тәрбиә биреү, тыуған телдәргә һөйөү өлгөһөн күрһәтте.
Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһында ғаилә йылын асыу тантаналы шарттарҙа үтте. Сараға 6 ғаилә саҡырылды, батырлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәренә арналған дәрестәр үтте. Ғаилә йылына араналған проект йыл буйына дауам итәсәк.





