Башҡортостанда иң яҡшы агрономдар билдәләнде

Республикала ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары буйынса VIII интерактив олимпиада үтте.

Иң яҡшы белгес тип Яңауыл районының “Победа” ЯСЙ агрономы Азат Назметдинов танылды. Икенсе урынды Мәләүез районының Салауат кооперативынан Денис Макеев яуланы. Өсөнсө урын Мәләүез фермеры Илдус Шәриповта.

Интерактив олипиадала илленән ашыу агроном ҡатнаша. Сараны “Август” компанияһы ойоштора.