Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакированың ижад кисәһе үтте. Тамашасыға ул тиҫтәләрсә ролдәре аша яҡшы таныш. Бигерәк тә Флорид Бүләктовтың «Мәскәү-васютки» спектакле халыҡ хәтерендә.
Ваҡытында ул сәхнәгә тормош иптәше, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров менән бергә сыға. Бөгөн сәхнә әҫәре телевидениеның алтын фондында һаҡлана. Ниса Миңлевәли ҡыҙы ижад юлын Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлай. Актрисаның һәр роле ҡабатланмаҫ хистәр менән байытылған. Уның бер генә хәрәкәтен дә башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел, ти йәш актерҙар.
Юбилей кисәһендә тамашасылар актрисаның Рәми Ғариповтың «Яндырылған хаттар» поэмаһын уҡыуын яратып ҡабул итте. Сәхнәлә шулай уҡ юбиляр төрлө йылдарҙа башҡарған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.





