Башҡортостанда «Геройҙан-геройға» тип аталған автосәйәхәт тамамланды

Өфөнән сыҡҡан колонна ике көн дауамында республика төбәктәре буйлап үтте.

Салауат Юлаев майҙанынан ҡуҙғалыусы автомобиль экспедицияһы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары тәҡдиме менән быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Быйылғы сара Cталинградты азат итеүҙең 75 йыллығы һәм Генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың вафат булыуына 75 йыл тулыуҙы хөрмәтләп иҫкә алыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуйҙы.

Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй һәм Миәкә райондары аша үтте. Иң тәүҙә улар Келәш ауылында Мостай Кәримдең йорт-музейында булып, мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Шафранда ла экспедиция ағзалары туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында 400-гә яҡын совет һалдаты ерләнгән. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан мемориаль комплекста төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Сираттағы автосәйәхәт Миәкә районында Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуған ауылында тамамланды. Әле төбәк халҡы данлыҡлы яҡташының 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Былтыр музей урынлашҡан күп-функциялы үҙәктә күләмле төҙөкләндереү эштәре үткән.

Авторы: Илдар Байбулатов