«Һылыуҡай – 2018» республика матурлыҡ конкурсы еңеүсеһенә автомобиль тапшырыласаҡ

Бәйге тарихында тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙары төп приз - тимер арғымаҡ өсөн көс һынаша. Иртәгә, Өфөлә конкурстың һайлап алыу туры үтә. Гүзәллек бәйгеһендә 16-нан 25 йәшкәсә ҡыҙҙар ҡатнаша ала, төп шарт - башҡорт телендә иркен аралашыу. Һайлап алыу турында гүзәл заттар үҙҙәре менән таныштырырға, йыр-бейеүгә әүәҫлеген күрһәтергә һәм дефиле менән үтергә тейеш.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы - конкурстың төп мәғлүмәт партнерҙары. Конкурс барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында сығасаҡ «Һылыуҡай көндәлеге» яҡтыртасаҡ. Әле тапшырыуҙың тәүге сығарылыштары төшөрөлә башлаған да инде.

Авторы: Азат Ғәлиуллин