Архангел районында йәшәүсе Вәсилә һәм Вилүр Камалетдиновтар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша

Күптән түгел спортсы ғаилә Италияның Неаполь ҡалаһында уҙған марафонда йүгереп, призлы урынға сыға. Хаҡлы ялдағы Камалетдиновтар үҙҙәренең тормошон спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Улар Өфө, Ҡазан, Санкт-Петербург, Таллин, Неаполь ҡалаларында ойошторолған марафондарҙа әүҙемлек күрһәтеп, икеһенә 33 медаль алып ҡайта. Былтыр Вәсилә ханым Өфөләге ярыммарафонда үҙ категорияһында беренсе урынға сыға, әммә еңеүҙәр еңел бирелмәй, ти спортсылар. Камалетдиновтарҙы һәр иртәһе ун саҡрымға йүгереүҙән башлана.

Вәсилә Камалетдинова, марафонда ҡатнашыусы: «Мәктәптә уҡығанда уҡ йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләндек. Балалар үҫте, хәҙер инде үҙебеҙ ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ҡыуанабыҙ».

«Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух» тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит, ауырыу-сырхауҙарға йүгереү менән ныҡлап шөғөлләнеп, ҡаршы торорға тырышабыҙ.

Камалетдиновтар донъяның төрлө ҡалаларында уҙған спорт ярыштарында ҡатнашып, бер үк ваҡытта сәйәхәт итергә лә ваҡыт таба. Сит ил халҡы менән аралашыу, иҫтәлекле урындарға экскурсияларға йөрөү, яңы еңеүҙәргә илһамландыра, ти спортсы ғаилә.

Вилүр Камалетдинов,марафонда ҡатнашыусы: «Итальян спортсылары марафонда йүгереп китеп барғанда йырлай, төрлө көләмәстәр һөйләй, бер һүҙ менән әйткәндә, старттан финишҡа тиклем бик күңелле! Үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ».

Авторы: Фәниә Юланова