Өфөлә велоспорт буйынса сираттағы ярыш иллегә яҡын кешене берләштерҙе. Ике тәгәрмәсле транспорт сараһын үҙ итеүселәр баш ҡала скверҙарының береһенә йыйылып, йәш арауығы буйынса төрлө арауыҡҡа уҙышты. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында урындар айырым билдәләнде. Ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡышҡыһын велосипедта йөрөү өсөн үҙенә күрә оҫталыҡ кәрәк. Тиҙлекте арттырыу йәрәхәт алыу хәүефен арттыра. Шуға уяулыҡ һаҡлау мөһим. Ярышты ойоштороусылар киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы йылдың һәр миҙгелендә уҙғармаҡсы.





