Башҡортостанда хеҙмәт шарттары тикшерелә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының коллегия ултырышында үткән йылды хеҙмәт урынында 57 кешенең һәләк булыуы һәм 100 кешенең йәрәхәтләнеүе хаҡында хәбәр ителде.

Фото №1 - Башҡортостанда хеҙмәт шарттары тикшерелә

Башҡортостандың Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина билдәләүенсә, фажиғале осраҡтарҙың күбеһе канализация ҡоҙоҡтарында эштәр башҡарғанда теркәлә. Күңелһеҙ хәлгә илткән төп сәбәп – эшселәрҙең иҫерек булыуы. Был йәһәттән Дәүләт инспекцияһы ҡаты контроль ойоштормаҡсы.

Бынан тыш, республикала 2014 йылдан бирле бөтә предприятиеларҙа мотлаҡ рәүештә, эш урындарының хеҙмәт шарттары тикшерелә. 2014-2017 йылдарҙа йәмғеһе 7 меңдән ашыу ойошма-предприятиела эш урындары, ундағы шарттар тикшерелде.

Волна
Акции БСТ