Һатылған һөттөң бөтәһе лә һыйырҙыҡымы?

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан бүлексәһе 2017 йылда 4,2 мең төр һөт һәм һөт продукцияһын тикшергән. Уларҙың 4,2% нормативтарға яуап бирмәй.

Тикшереү һөҙөмтәһендә һатыуҙан 3618 кг сифатһыҙ продукция һатыуҙан алынған.

Һөт һәм һөттән эшләнгән аҙыҡ һатып алғанда, мотлаҡ рәүештә тышлығына ныҡлы иғтибар итегеҙ. Әгәр етештереүсе, яраҡлылыҡ мөҙҙәте тураһында мәғлүмәттәр юҡ, йә юйылған икән – тауарҙы һатып алыу кәңәш ителмәй.