Беренсе министр урынбаҫары итеп Рәмил Рәмзил улы Нуриәхмәтов һайланды.
Нуриәхмәтов Рәмил Рәмзил улы Бижбүләк районының Усаҡ-Кисеу ауылында тыуған. 2001 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын, 2004 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. Рәмил Рәмзил улы иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт юлын 2002 йылда башлай. 2006 йылда БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы бүлек мөдире, 2007 йылда Ауыл хужалығы министрлығына эшкә күсә.





