Ялдар алдынан юлға сығырғамы?

Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә.

Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһының республикала төндә - 9-14, аяҙытҡанда 19-24 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Көндөҙ - 7-12. Өфөлә төндә - 9-15, көндөҙ 7-9 градус һалҡын булыуы күҙаллана.