“GeneralLine!” креатив агентлығы арт-директоры, Bashkortostan Brand проекты эксперты Ирина Карандаева, башҡорт балын республикабыҙ бренды тип танымай.
–Кешеләрҙең аңында бал төшөнсәһен Башҡортостан менән генә бәйләп булмаҫ, тип уйлайым. Уны республиканың бер символы итеп кенә ҡалдырырға кәрәк, тип иҫәпләй Ирина Карандаева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Bashkortostan Brand проекты Башҡортостандың эшҡуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты заказы буйынса барлыҡҡа килде. 2018 йылдың март айында эксперттар төркөмө Башҡортостандың туристик брендын презентацияларға тейеш.





