Бала ҡараусы 100 мең һумлыҡ штрафҡа тарттырылды

Өфөлә һигеҙ айлыҡ сабыйҙы туҡмауҙа ғәйепләнеүсе бала ҡараусы ғаиләгә 100 мең һум компенсация түләйәсәк. Бындай ҡарарҙы Республиканың Юғары суды сығарҙы.

Республика прокуратураһынан хәбәр итеүенсә, 57 йәшлек бала ҡараусы даими рәүештә сабыйҙы рәнйеткән. Баланың әсәһе шикләнә башлағас та өйөндә камера урынлаштырған һәм ялланыусының енәйәтен күргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Орджоникидже районы суды ҡатынға егерме мең һум күләмендә штраф һалғайны, Республиканың Юғары суды был сумманы 100 меңгә тиклем күтәрҙе.