Өфөлә водитель таныҡлығы булмаған автобус шоферы тотолған

Кисә, 20 февралдә, Сипайлово микрорайонында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 75-се маршрут буйынса йөрөгән “Пежо” автобусын туҡтатҡан. Был мәлдә салонда биш пассажир булған.

Фото №1 - Өфөлә водитель таныҡлығы булмаған автобус шоферы тотолған

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә 29 йәшлек водитель сит кешенең таныҡлығын күрһәткән, етмәһә, уныһы ла ялған булып сыҡҡан. Тикшереү һөҙөмтәһендә ирҙең, 5 йыл элек, иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағыуы асыҡланған.

Дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, автобус штраф туҡталышына ҡуйыла, әлегә осраҡ буйынса аныҡлау эштәре бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ