Браконьерҙар байымаҫ

Бәләбәй районының махсус тәбиғәт һаҡлағысында рөхсәтһеҙ һунар итеүселәр ҡулға алынды. Улар өс йәшлек мышыны аулаған.

Фото №1 - Браконьерҙар байымаҫ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһының тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы бойороғо буйынса 12 февралдән браконьерлыҡ өсөн штраф күләме бер-нисә тапҡырға артты. Элек рөхсәтһеҙ мышы атыусыларға 40 мең һум штраф һалынһа, хәҙер - 80 мең һум.

Әгәр кейек-януарҙарға һунар махсус билдәләнгән осорҙан тыш ойошторолһа, түләүгә ярашлы штраф күләме ете тапҡырға арта. Шулай итеп, енәйәтселәр мышы өсөн 560 мең һум түләргә бурыслы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ