«Башҡортостан тауары» брендын Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә таратыуҙа республика хөкүмәте ярҙам күрһәтәсәк

Был туралағы юл картаһы бөгөн хөкүмәт президиумы ултырышында раҫланды. Әле бренд менән 300-ҙән ашыу предприятие файҙалана. Әммә исемлекте киңәйтеү мөмкинлектәре лә бар тиҙәр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында. Республика брендына эйә булыусыларға Башҡортостанда ғына түгел, тауарҙы Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәргә сығарыу буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк. Ул төбәктең төп экспорт ҡеүәтен сағылдырырға тейеш тигән фекерҙә белгестәр.

Руслан Мирсаяпов, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Республика «Башҡортостан тауары» брендын уңышлы үҙләштереп, ҡулланышҡа индереп ебәрҙе. Үҙ тауары өсөн уны юллап өлгөргән предприятиелар беҙҙең мәғлүмәт сығанаҡтарында өҫтөнлөктәр менән ҡуллана ала. Бынан тыш, республиканан ситтә үткәрелгән төрлө сараларҙа беҙҙең бизнес миссияларҙа уларға урын бирелә».

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин