Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүгә ҡағылышлы законға индереләсәк үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 22 февралдә үтәсәк пленар ултырышында ҡарала.
Үҙгәрештәр ҡабул ителһә, бынан ары Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты лицензияны йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре күрһәткән ойошмаларға ла бирергә тейеш була.





