Башҡортостанда ҡурҡыныс юл фажиғәһе

Авария төнөн Стәрлетамаҡта булған. Көслө төкөлөү һөҙөмтәһендә ВАЗ 21099 машинаһы ике өлөшкә бүленгән.

Авария Бабушкина урамында булыуы билдәле, водитель ғүмере шунда уҡ өҙөлгән.

Әлегә юл фажиғәһенең сәбәптәре тулыһынса асыҡланып бөтмәгән. Машина ҙур тиҙлектә бағанаға төкөлгән, тигән фараз ҡарала.