21 февраль, М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында, туған телдәр байрамына арналған “Урал батыр” байрамы үтте.
Урал батыр – башҡорт халҡының изге рухы, был эпоста ата-бабаларыбыҙҙың донъяға ҡарашы, фәлсәфәһе, аҡылы тупланған. Изгелек менән яуызлыҡ көрәше темаһы һәр ваҡыт актуаль, был йәһәттән, йыл һайын уҙғарылған “Урал батыр” байрамы яҡшылыҡҡа ғына өндәй.
Сараның төп биҙәге – билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкләгән “Сәсәндәр мәктәбе”нең сығышы. Унда шөғөлләнгән студенттар “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр ятлап күрһәтте, “ҡот ҡайтарыу” йолаһын үткәрҙе.





