22 февраль төндө Баймаҡ ҡалаһының Өмөтбаев урамында ҡот-осҡос янғын сыға.
Фәжиғәлә 14 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә, 9 йәшлек малай һәм 6 йәшлек ҡыҙ реанимацияла. Янғын утын менән йылытылған мейестең үтә ҡыҙыуынан сыҡҡан тигән фараз тикшерелә.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында тәфтишселәр комитеты эшләй, балаларҙың ата-әсәләре менән психологтар эшләй.





