Рөстәм Хәмитов хөкүмәт ултырышын башҡорт телендә башланы

Бөгөн халыҡ-ара туған телдәр көнө. Беҙ үҙебеҙҙәң телебеҙҙе белергә, һаҡларға һәм үҫтерергә тейешбеҙ, тине республика башлығы.

Ултырышта ғаилә йылын уҙғарыу планы ҡаралды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, саралар күҙ буяу өсөн генә үткәрелергә тейеш түгел. Ғаилә институтын тергеҙеү өсөн социаль именлекте тәьмин итеү, тотош йәмғиәтте һауыҡтырыу мөһим. Сөнки республикала бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән һәр икенсе ғаилә тулы түгел. Был күренеш һәләкәткә тиң, тине Рөстәм Хәмитов.

Авторы: Айнур Кәбиров